+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 16:55

Бер тәүлектә 90 кеше

Мәкерле вирустан тағы бер кеше вафат. Үлем осраҡтары 53 кешегә етте.

Мәкерле вирустан тағы бер кеше вафат. Үлем осраҡтары 53 кешегә етте.

Вирус йоҡтороуҙың яңы 90 осрағы асыҡланған. Бөгөнгә сирләүселәр һаны 10768 кеше. Стационарҙа 224 пациент ҡала, шунан 12 кеше - ауыр хәлдә, икәүһе яһалма елләтеү аппаратында.

736 кеше амбулатория дауалауы үтә. Шуға ҡарамаҫтан, һауығып сығыу күренештәре күберәк теркәлә. Мәкерле сирҙе еңгәндәр 9755 кеше менән иҫәпләнә.

Пневмония менән сирләүселәр һаны тәүлегенә - 293 кеше, 311 пациенттың сәләмәтлеге яҡшырыу сәбәпле өйҙәренә ҡайтарылған.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һәр ерҙә һаҡланыу сараһын күрегеҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: