+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 14:31

Ратмир Бәҙретдинов вафат булды

Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте. Халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте традицияларын һаҡлаусыларҙың береһе булған Ратмир Сәрүәр улына 88 йәш ине.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте. Халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте традицияларын һаҡлаусыларҙың береһе булған Ратмир Сәрүәр улына 88 йәш ине.
Ул Мәсетле районының Ҡотош ауылында тыуған. Үҙенең хеҙмәт юлын хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленың солисы булып башлай. "Гөлнәзирә", "Өс туған" , "Тау бөркөтө", "Кейәүкәй" һәм башҡа бейеүҙәрҙең йөҙөк ҡашы булды.
1973 йылдан - ансамблдең директоры, 1980 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты проректоры һәм башҡа вазифалар биләй.
Һуңғы йылдарҙа беҙ уны "Байыҡ" телевизион конкурсын баһалаусылар рәтендә күрҙек.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Бейеү оҫтаһының урыны йәннәттә булһын.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: