0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 13:40

“Рәсәй саҡыра” форумында

Президент Владимир Путин видеобәйләнеш аша ВТБ банкы үткәргән “Рәсәй саҡыра” инвестиция форумында ҡатнашты.

Президент Владимир Путин видеобәйләнеш аша ВТБ банкы үткәргән “Рәсәй саҡыра” инвестиция форумында ҡатнашты.
Коронавирус пандемияһы киң таралһа ла дөйөм милли локдаун индерелмәйәсәк, тип белдерҙе ул. Бөгөн “локдаун” һүҙе модала. Уның мәғәнәһен күптәр аңламай ҙа. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, был инглиз һүҙе сикләү, бикләп ҡуйыу мәғәнәһен йөрөтә.
Килеп тыуған хәл айҡанлы Президент зыян күргән тармаҡтар, йәмәғәт туҡланыу ойошмалары өсөн өс айға һалымдарҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе кисектереп тороу тураһында тәҡдим индерҙе.
Дөйөм алғанда, күрелгән саралар пандемия шарттарында иҡтисадҡа ыңғай йоғонто яһай, шулай ҙа хәүеф һаҡлана, тип белдерҙе форумда ул.
Шулай уҡ дәүләт башлығы башҡа мөһим проблемаларға ҡағылды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: