-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 14:11

Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн кәңәшмәлә Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлекте тикшерҙе. Был иҫтәлекле дата 2024 йылда буласаҡ. Кәңәшмәлә Мәскәүҙең Михаил Ломоносов исемендәге университетының "Ҡала үҫеше һәм креатив индустрия, мәҙәниәт иҡтисадын тикшереү үҙәге" уҡыу-фәнни лаборатория мөдире Сергей Капков сығыш яһаны. Ул ҡалала байтаҡ төҙөлөштәрҙең планы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн кәңәшмәлә, Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлекте тикшерҙе. Был иҫтәлекле дата 2024 йылда буласаҡ. Кәңәшмәлә Мәскәүҙең Михаил Ломоносов исемендәге университетының "Ҡала үҫеше һәм креатив индустрия, мәҙәниәт иҡтисадын тикшереү үҙәге" уҡыу-фәнни лаборатория мөдире Сергей Капков сығыш яһаны. Ул ҡалала байтаҡ төҙөлөштәрҙең планы хаҡында һөйләне.
Өфөнөң 24 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү, яңы социаль объекттарҙың төҙөлөшө, тарихи урындарҙы ҡайтанан реставрациялау, Ағиҙел буйының төҙөлөшөн тамамлау, һәйкәлдәр асыу һәм башҡа эштәр күҙ уңында тотола.
Был проекттар Мәскәүҙең урбанистика үҙәге ҡатнашлығында төҙөлгән.
Унда иғтибарға лайыҡ ҡыҙыҡлы проекттар бар. Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь революцияһы урамын Иҫке Өфөгә әйләндереү күҙ уңында тотола. Унда урынлашҡан барлыҡ тарихи объекттар реставрация үтәсәк, бынан тыш урамда фудкорттар, бәләкәй театраль, ижади майҙансыҡтар асыу һәм башҡа эштәр күҙ уңында тотола.
- Өфөгә яңы ҡараш кәрәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, шуға һеҙҙең үҙәк менән эшләргә ниәтебеҙ бар. Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығы уның үҫеше өсөн импульс булырға тейеш.
Алда был эштәрҙе атҡарырға байтаҡ ваҡыт бар. Беҙ был датаны федераль кимәлдә үткәрергә тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ һәм хәҙер ҡарар көтәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в