Башҡортостандан бер төркөм “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһенең тәүге миҙгеле финалында ҡатнашырға Мәскәүгә юлланды.
Сара 28 – 30 октябрҙә үтәсәк. Алдан Рәсәйҙең 9 төбәгендә (Сочи, Тула, Пятигорск, Өфө, Һамар, Ялта, Калининград, Салехард, Иркутск) һайлап алыу ярымфиналдары уҙҙы. Финалға саҡырылған 200 кешенең туғыҙы – Башҡортостандан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандан проект менән Салауат Ильясов сығыш яһаясаҡ. Ҡалған финалистар белем биреү һәм коммуникацион сараларҙа ҡатнашасаҡ.
– Әле мин Красноусол ауыл хакимиәтенең Үҫешкә булышлыҡ фонды директоры, “Башҡорт ауылы” проектына нигеҙ һалдым. 18 йәшемдән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм. 33 йәшемдә ҡаланан ауылға күсеп килдем, Курорт ауылының старостаһы булдым, урамдарға яҡтылыҡ үткәрҙем. Был урындың туристик потенциалын күреп, урындағы халыҡ һәм ауыл инфраструктураһы ҡатнашасаҡ проект булдырыу эшенә тотондом, – ти “Этноауыл” проекты авторы Салауат Ильясов. Үҙенең проекты урындағы халыҡҡа “Торатау” геопаркы биләмәһенең туристик мөмкинлеген тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип һанай ул.
Конкурста еңеүселәр билдәле рестораторҙарҙан, отельерҙарҙан, идарасыларҙан ҡунаҡсыллыҡ буйынса дәрестәр аласаҡ. Белем алыу сертификаты отоу, билдәле туристик компанияларына һәм ойошмаларына стажировкаға йә эшкә саҡырыу алыу, шулай уҡ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн грант отоу мөмкинлеге бар.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм милләт ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзының берлектәге проекты ул. Ул “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.