Тағы ла бер ҙур юғалтыу. Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, фән докторы, журналыбыҙҙың күптәнге дуҫы, баҫма үткәргән күп бәйгеләргә бағыусы ярҙамы күрһәтеүсе кеше - Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов вафат булып ҡалды. Быны уның коллегалары раҫланы.
Мәғлүм булыуынса, Әмир Ишемғолов йәй көнө коронавирус сирен үткәргән, әле пневмониянан дауаланған. Уға ни бары 60 йәш ине....
Әмир Ишемғолов Күгәрсен районының Әлимғол ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Районда эшләгәндән һуң Өфөгә күсә. Башҡортостан фәнни-тикшеренеү проект-технология институтының малсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, “Элита” фәнни етештереү предприятиеһының директоры булып эшләй. 1998 йылдан республиканың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәген етәкләй.
2013 йылдан - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, 2015-2018 йылдарҙа - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы рәйесе.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы исеменән мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ошондай ауыр көндәрҙә уларға, һәммәбеҙгә сабырлыҡтар теләйбеҙ. Башҡа ундай ҡайғылы хәбәрҙәр ишетергә яҙмаһын ине. Бәхил бул, Әмир ағай...