+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 11:56

Өлөшсөләр өлөшһөҙ ҡалмаһын

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматындағы сираттағы тематик кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда БР Хөкүмәте вәкилдәре, муниципалитеттар, төҙөүселәр ҡатнашты.

БР Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев әйтеүенсә, 2020 йылда 28 төҙөлөш объекты буйынса саралар ябыла, 842 өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелә. 192 кеше үҙ фатирында өй туйлаған да инде. 2023 йылға тиклем 126 проблемалы торлаҡ йорт буйынса мәсьәләләрҙе сисәһе бар. Уларға 7500 кеше күсергә тейеш. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау федераль фонды ярҙамында 2020 йылда 87 проблемалы йорт буйынса килешеү төҙөлгән. Был дүрт меңдән ашыу кешене өйлө итәсәк. 54 йорт буйынса компенсациялар түләнә башлаған йә уларҙы төҙөп бөтөү өсөн субсидия бүленгән. Ҡалған йорттар буйынса Фонд төҙөүселәрҙең документтарын тикшерә.
Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдында банкрот тип танылған төҙөүселәр йөкләмәһен көйләү буйынса республика фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев хәбәр итеүенсә, федераль бюджеттан өлөшсөләр мәсьәләләренең байтағын хәл итергә 6 миллиард һум алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүлеү кәрәк. Башҡортостан Башлығы 2021 йылға бюджет документтары пакетына кәрәкле үҙгәрештәрҙе индерергә ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: