+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 21:05

Өфө башлығы Өлфәт Мостафин арабыҙҙан китте

Республика бөгөн тағы бер оло юғалтыу кисерҙе.

Республика бөгөн тағы бер оло юғалтыу кисерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бөгөн, 29 октябрҙә, 35 көнгә һуҙылған сир менән ауыр көрәште күтәрә алмай, COVID-19 һәм пневмониянан өҙлөгөү һөҙөмтәһендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин вафат булып ҡалды, тип “Башинформ” агентлығы аша хәбәр итте.
Республика башлығы мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. 1976 йылда Иҫке Бәшир урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө еңел сәнәғәт техникумына уҡырға инә. 1977 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Өфө ҡалаһының Киров районында торлаҡ-эксплуатация идаралығында башлай. Торлаҡ хужалығы производство тресының мастеры, баш инженеры, 40-сы торлаҡ-эксплуатация идаралығы (ЖЭУ-40) начальнигы вазифаһына тиклем үрләй.
1992 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай.
90-сы йылдарҙа «Газпрома» системаһында эшләй.
2003—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләй. 2010—2013 йылдарҙа Росатомнадзор идаралығында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2013 йылда "Газпром газ бүлеү Өфө"гә кире ҡайта.
Теүәл ике йыл элек, 2018 йылдың 29 октябрендә, Өфө ҡала Советының 32-се ултырышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана.
Өлфәт Мансур улы Мостафиндың вафаты – оло юғалтыу. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы коллективы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: