+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 16:50

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 17 717 кеше коронавирус йоҡторған. Был - пандемия башланғандан алып иң юғары үҫеш. Бер тәүлектә 366 кеше вафат булған.

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 17 717 кеше коронавирус йоҡторған. Был - пандемия башланғандан алып иң юғары үҫеш. Бер тәүлектә 366 кеше вафат булған.
Башҡортостанда ла вирустан бер кеше донъя ҡуйған. Ул 1978 йылғы ир, ҡан тамырҙары, йөрәк-үпкә сире менән яфаланған, инфаркт үткәргән. Бөгөнгә коронавирустан үлеүселәр иҫәбе - 52 кеше .
Республикала барлығы был сир 10586 кешелә асыҡланған. Яңы осраҡ - 85 кеше. Стационарҙа 209 пациент ҡала. Шуларҙан 10 кеше - ауыр хәлдә, икәүһе яһалма елләтеү аппаратында. Амбулатор дауалауҙа 770 кеше, барлығы 9555 кеше һауығып сыҡҡан.
Пневмониянан 281 кеше һауыҡҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: