Хөкүмәт ултырышында Президент Владимир Путин ковид инфекцияһын еңел үткәреүселәр өйҙә дауаланыу алһын өсөн уларҙы бушлай дарыу менән тәьмин итеүҙе тиҙләтергә ҡушты. Бының өсөн 5 млрд. һумдан ашыу аҡса тотоноу тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Ил етәксеһе Министрҙар кабинетына уларҙы кисектермәй бүлергә һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланырға ҡушты. Был хаҡта “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.