+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 21:38

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы”ның IV съезы көтөлә

30 октябрҙә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының IV съезы үтәсәк. Съезд эшендә 529 делегат ҡатнашасаҡ.

30 октябрҙә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының IV съезы үтәсәк. Съезд эшендә 529 делегат ҡатнашасаҡ.
Донъялағы эпидемиологик хәлдәр менән бәйле һәм коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында сара Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең бар кәңәштәрен тотоп үткәрелә. Ассамблея Советы ағзалары һәм бөтә муниципаль берәмектәрҙән һәм райондарҙан съезд делегаттары сараға онлайн форматта ҡушыласаҡ.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы 2000 йылдың 3 июнендә булдырылған. Ул республикала йәшәгән халыҡтар вәкилдәренең 50-нән ашыу рәсми теркәлгән милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһын берләштерә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: