+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 21:57

“Башҡортостан ихаталары” матурлана

2020 йылда “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Өфөнөң Киров районында 29 күп фатирлы йорттоң туғыҙ ихата биләмәһе йүнәтелә.

2020 йылда “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Өфөнөң Киров районында 29 күп фатирлы йорттоң туғыҙ ихата биләмәһе йүнәтелә.
Үткән йылдағы тәжрибәгә таянып, быйыл да комплекслы эштәр башҡарылған. Был программаға бер юлы бер нисә күп фатирлы йортто индереү тигәнде аңлата.
Миҫалға Батыр урамындағы 10-сы, 10/1-се, 12-се, 14-се йорттарҙың ихатаһын килтерергә була. Ул “Башҡортостан ихаталары” программаһына ингән. Бында эштәр август аҙағында башланған, әле тамамланыу алдында тора. Бары балалар майҙансығы ҡуйыу ғына ҡалған.
Ихатала асфальт япмаһы тулыһынса алмаштырылған, машиналар йөрөй торған юл киңәйтелгән, парковка урындары артҡан, бының өсөн законһыҙ рәүештә торған металл гараждар һүтелгән. Шулай уҡ видеокүҙәтеү ҡуйылған, ял өсөн ҙур булмаған сквер һәм аллея барлыҡҡа килгән.
Әлеге йорттар подъездарға капиталь ремонт эшләү программаһына ла ингән. 10-сы һәм 10/1-се йорттарҙа йүнәтеү эштәре тамамланған да инде, ә 12-се йортта ремонт үткән йылда башҡарылған. Бынан тыш, уларҙа лифттар ҙа алмаштырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: