“Горизонталь юл тамғаһы тәү сиратта юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһай, шуға ла муниципалитет был эшкә ҙур иғтибар бүлә. Быйыл юл хеҙмәте юл тамғаһы һыҙыуға апрелдә үк тотондо, төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына 250 мең квадрат метр юл тамғаһы һыҙылды. Был 2019 йылдағыға ҡарағанда 1,8 тапҡырға күберәк”, – тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Юл тамғалары водителдәргә үҙ юлында барырға, һөҙөмтәлә юл-транспорт фажиғәһенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Өфөлә юл тамғаларын һыҙыу өсөн өс төрлө материал ҡулланыла: буяу, термопластик һәм һалҡын пластик.
Йүнәтелгән бөтә 57 юл участкаһында ла термопластик ҡулланылған. Ул ҡараңғыла яҡшыраҡ күренә, яҡтылыҡты кире ҡайтара һәм оҙаҡҡараҡ етә. Термопластик юл разметкаһының гарантия ваҡыты – алты айҙан бер йылға тиклем, буяуҙыҡы – өс айҙан алты айға тиклем.
Юл тамғалары өсөн 1 444,1 тонна пластик һәм 57,63 тонна буяу тотонолған.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.