28 октябрҙең мәғлүмәттәре буйынса, республикала ковидтан йәнә бер ауырыу вафат булған. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән, 1957 йылғы ҡатын, ишемия, атеросклероз сире, хроник бронхит менән яфаланған. Ошо көнгә коронавирус 51 кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Республикала бөгөн 10501 кеше сир үткәргән, 195 пациент дауаханаларҙа ҡала. 11 сирле ауыр хәлдә, икәүһе яһалма елләтеү аппаратында.
768 кеше амбулатор дауаланыуҙа,тәүлек эсендә 61 кеше өйҙәренә ҡайтарылған.
Пневмония менән зарарланыу осрағы - 289 кеше. Был сирҙән һауығыусылар ҙа байтаҡ. Әле 274 кеше сәләмәтләнгән.