Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, 30 октябрь, Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм республиканың дәүләт телдәрен яҡлау һәм һаҡлауға йүнәлтелгән Республика Башлығы грантына заявкалар ҡабул итә башлай.Бәйгеселәргә түбәндәге темалар тәҡдим ителә:
- Башҡортостанда һәм унан ситтә республика сәнғәтен һәм мәҙәниәтен пропагандалау;
- телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө кимәлдәге проекттарҙы атҡарыу;
- башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр методикаһын эшләү.
Ситтә башҡорт теле һәм мәҙәнитен һаҡлау, емешле эшләгән диаспораларға ярҙам күрһәтеү, халыҡ-ара, мәҙәни, фәнни хеҙмәттәшлекте үҫтереү, арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә арналған эштәр тәү сиратта иҫәпкә алына.
Конкурста коммерция булмаған дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ҡатнаша ала.
Проекттарҙың дөйөм финанслау күләме - 50 миллион һум.
Заявкалар 2020 йылдың 30 октябренән 18 ноябргә тиклем ҡабул ителә, уның өсөн килеп йөрөү кәрәкмәй. Бөтә заявкалар ҙа электрон портал аша ҡабул ителә: "Гранты.РБ»
https://grant.openrepublic.ru/ Дәүләт теркәүе порталында теркәлеү мотлаҡ. Был хаҡта тулыраҡ "Гранты.РБ" порталының "Конкурстар" бүлегендә танышырға мөмкин.