+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 16:05

Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр

Республика Башлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр, тип, таралған төрлө хәбәргә аныҡлыҡ индерҙе.

Республика Башлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр, тип, таралған төрлө хәбәргә аныҡлыҡ индерҙе.
Радий Хәбиров Өлфәт Мансур улына ковид һәм пневмония диагнозы ҡуйылыуын да билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, ошоғаса был хәбәр имеш-мимеш кимәлендә генә ине. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының сирләүе хаҡында раҫланған дәлилдәр булманы.
Радий Фәрит улы, ҡала башлығының хәлен белешеп, уның тиҙерәк һауығыуын теләне. "Был сир менән ауырығандар белә: уны еңеүе еңел түгел. Өлфәт Мансур улы олпат йәштәге кеше, сир эҙемтәләрен бик ауыр үткәрә, шулай ҙа уның һауығыуына өмөт ҙур. Башлыҡтың сирләүенә ҡарамаҫтан Өфө ҡалаһы ҡышҡы осорға әҙерләнә, өҙлөгөүҙәр юҡ, беҙ бөтә программаларҙы ла үтәп барабыҙ", - тине ул.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: