+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 15:45

“Бөрйән” кинотеатры яратҡан урынға әйләнгән

“Бөрйән” кинотеатры 2019 йылдың декабрь аҙағында асылған. Ул Кино фонды үткәргән 500 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән урындарҙа кино залына ярҙам итеү буйынса алтынсы конкурста еңеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә кинотеатрҙы яңыртыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Бөрйән” кинотеатры 2019 йылдың декабрь аҙағында асылған. Ул Кино фонды үткәргән 500 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән урындарҙа кино залына ярҙам итеү буйынса алтынсы конкурста еңеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә кинотеатрҙы яңыртыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты буйынса кино залын яңыртыу өсөн Кино фонды 5 миллион һум аҡса бүлгән. Зал 48 урынға иҫәпләнгән. Онлайн касса – шулай уҡ тамашасылар өсөн уңайлыҡтарҙың береһе.
Кино залы күп функциялы аудиосистема менән йыһазландырылған, киң форматлы экран 3D форматындағы заманса фильмдарҙы ҡарауға йәтешләнгән.
Бөрйән халҡы донъя кинопремьераларын тыуған ауылынан сыҡмай ғына ҡарай алыуына бик шат. Бында көнөнә 6 сеанс үткәрелә.
Тамашасыларҙы йәлеп итеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә уйындар, акциялар үткәрелә. Ошонда уҡ реклама, күрһәтеләсәк фильмдар теҙмәһе һәм трейлерҙар ҡуйыла. Күп балалы ғаиләләрҙең һәр ағзаһына билет өсөн ташлама яһала.
Кино залы көн һайын эшләй. “Бөрйән” кинотеатры район үҙәгендә генә түгел, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе лә көтөп ҡала.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: