+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 13:33

Яңы йыл байрамдарынан һуң вирус киҫкенләшеүе ихтимал

Рәсәйҙә 2021 йылдың февраль-март айҙарында эпидемиологик хәл киҫкенләшеүе ихтимал. Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең клиника-аналитика эштәре буйынса директор урынбаҫары Наталья Пшеничная белдергән.

Әле илдә миллион ярым кеше ковид сирен үткәргән.
Яңы йыл байрамдарынан һуң, февраль-март айҙарында эпидемиологик хәл тағы әүҙемләшәсәк.
Ковид кәмеһен өсөн, кешеләр вирусҡа бирешмәҫкә йәки ауырығандан һуң уны ҡабаттан йоҡтороу мөмкин булмаҫҡа тейеш, ти белгестәр.
Рәсәйҙә әле бер тәүлектә ковид сире 17 347 кешелә асыҡланған. Был үҙенә күрә рекорд, тип билдәләй белгестәр. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте көнөнә 20 мең кешегә вирус диагнозы ҡуйылыуы мөмкин тип көтә.
Пандемия башланғандан алып, илдә 1 531 224 кеше вирус йоҡторған, 26 269 кеше үлгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: