+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 11:55

Өйҙән ялған араҡы һатыусылар әле лә бар шул

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә өйҙән ялған араҡы һатыусылар тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләү тураһында тәҡдим индерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә өйҙән ялған араҡы һатыусылар тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләү тураһында тәҡдим индерҙе.
Ике йыл элек Әбйәлил районда үткән ҙур акция хаҡында иҫкә төшөрҙө Радий Фәрит улы. Дәррәү күтәрелеп, рөхсәтһеҙ араҡы һатыусыларға ҡаршы сыҡты ул саҡта халыҡ. «Ҡарарға кәрәк: ҡайҙалыр тағы ошо әшәкелек баш ҡалҡытамы? Булған хәлдә, тағы бер районды һайлап алып, халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән ауылдарҙы тулыһынса таҙартырға кәрәк», - тине Башлыҡ.
Ул был эште «Башспирт» акционерҙар ойошмаһы етәкләһен һәм, кем ҡайҙа ялған араҡы һатыу тураһында мәғлүмәт бирә, шул кешегә аҡсалата премия бирһен, тигән тәҡдим индерҙе ул.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: