+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 22:02

Өлкән быуын белем ала

Республикала пенсия алды йәшендәге кешеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә. Предприятиелар һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты биргән мөмкинлектәрҙе баһалап өлгөрҙө лә инде. Улар хеҙмәткәрҙәргә заман хеҙмәт баҙарында, цифрлы иҡтисадҡа күскән осорҙа, көнәркәшлекте арттырырға ярҙам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республикала пенсия алды йәшендәге кешеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә. Предприятиелар һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты биргән мөмкинлектәрҙе баһалап өлгөрҙө лә инде. Улар хеҙмәткәрҙәргә заман хеҙмәт баҙарында, цифрлы иҡтисадҡа күскән осорҙа, көнәркәшлекте арттырырға ярҙам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Өфөводоканал” ойошмаһы ла был программаға ҡушылды. 50 йәштән оло хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәт һаҡлау, экология һәм хәүефһеҙлек институтында белем ала. Уҡыу программаһы граждандарҙың конкурентҡа һәләтлелеген арттырыуға, уларҙы яңы технологиялар һәм талаптар менән таныштырыуға, эштең һөҙөмтәһен арттырыуға йүнәлтелгән.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, белем алыусылар уҡыу һуңында мотлаҡ йомғаҡлау аттестацияһы үтә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң уларға уҡыу тураһында документ тапшырыла.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: