Президент Владимир Путин ете йәшкә тиклем балалары булған ата-әсәләргә дауахананан бирелгән бюллетень ҡағыҙҙары буйынса түләүҙәрҙе уларҙың уртаса эш хаҡы күләмендә билдәләү тураһында тәҡдим индерҙе, тип белдерә Кремль сайты. Билдәле булыуынса, хәҙер бюллетень буйынса түләү эш стажына бәйле. Президент тәҡдиме атап үтелгән граждандар категорияһы өсөн был тәртиптән ситләшеүҙе күҙ уңында тота. Мәсьәләне Хөкүмәт 1 декабргә тиклем ҡарарға тейеш.