+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 22:50

Башҡортостан тағы алда

“Йәшел Рәсәй” йәмәғәт экологик хәрәкәте эксперттары билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы “Өмә-2020” акцияһы йомғаҡтары буйынса беренсе урынды яулаған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #ЗеленаяБашкирия

“Йәшел Рәсәй” йәмәғәт экологик хәрәкәте эксперттары билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы “Өмә-2020” акцияһы йомғаҡтары буйынса беренсе урынды яулаған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #ЗеленаяБашкирия
Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Барыһын да ҡотлайым һәм рәхмәт әйтәм! Республиканың меңәрләгән ирекмәндәренә рәхмәт! “Йәшел Рәсәй” йәмәғәт экологик хәрәкәте эксперттары “Өмә-2020” акцияһына йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе иғлан итте. Беренсе урын – беҙҙә (320 мең ирекмән), икенсе урында – Коми Республикаһы (15 мең ирекмән), өсөнсөлә – Әстерхан өлкәһе (8 мең ирекмән) килә. Башҡортостан – тағы ла иң яҡшыһы, һәм шулай булырға тейеш тә”.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ирекмәндәр ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтергән, һыу буйҙарын, урмандарҙы, парктарҙы, дауахана, мәктәп, социаль учреждение биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартҡан, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан. Акция сиктәрендә республикала 162 мең ҡыуаҡ һәм 895 мең ағас ултыртылған, 4 мең кубометр сүп-сар сығарылған.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмғиәттең иғтибарын урманды һаҡлауға һәм үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында, “Йәшел Рәсәй” һәм “Экология” милли проектының “Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акциялары сиктәрендә министрлыҡ Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы “Еңеү урманы”, “Геройҙар аллеяһы” республика акциялары үткәргән. Акциялар сиктәрендә барыһы 282 гектар ерҙә ағас ултыртылған.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: