Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 14:00

Бәхил бул, Зөһрә апай....

Тағы ла бер йондоҙобоҙ беҙҙе ташлап китте. Бөгөн һәүәҫкәр композитор, бик күп йырҙар авторы, журналист һәм уҡытыусы, шағирә Зөһрә Фәйзуллинаның вафатын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ.

Тағы ла бер йондоҙобоҙ беҙҙе ташлап китте. Бөгөн һәүәҫкәр композитор, бик күп йырҙар авторы, журналист һәм уҡытыусы, шағирә Зөһрә Фәйзуллинаның вафатын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ.
Был турала уның иптәше Вәкил ағай яҡындарына һәм дуҫтарына шылтыратып хәбәр иткән. Социаль селтәрҙәрҙә билдәле режиссер Альмира Ҡыуатова: ” Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, күңелкәйе моңға тулы күҙ нурыбыҙ, ғүмерлек тормош юлдашым Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина, беҙҙе ҡалдырып, мәңгелеккә күсте. Ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәр берегеҙгә рәхмәт. Был әфәт һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә ҡағылмаһын”- тигән яҙыу менән Вәкил ағайҙың һүҙҙәрен киң даирә уҡыусыларға еткерә.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы дуҫыбыҙ, ижадташыбыҙ, яҡын кешебеҙ Зөһрә Фәйзуллинаның ғаиләһе һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Республикабыҙға бик күп моңло йырҙарын бүләк иткән, бар ғүмерен педагогия эшенә, ижадҡа бағышлаған апайыбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре - яҡты, урыны йәнәттә булһын инде! Бәхил бул, Зөһрә апай....
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: