Республикала 26 октябрға коронавирус йоҡтороусылар һаны 10 330 кеше менән иҫәпләнә. Бер тәүлек эсендә сир 83 кешелә асыҡланған. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә белдерҙе.
9 374 кеше һауығып сыҡҡан, был - дөйөм сирлеләрҙең 90,7 проценты.
Табиптар ковидҡа 1миллион 300 мең тест үткәргән.
Башҡортостанда сирлеләргә 4 меңдән ашыу урын әҙерләнгән һәм йыһазландырылған. Буш урындар дөйөм фондтың 32 процентын тәшкил итә.
Максим Забелин коронавирус менән хәүефле райондарҙа диспансеризация һәм планға ярашлы тикшереүҙәрҙе туҡтатып торорға тигән тәҡдим индерҙе. Республика Башлығы уны хупланы һәм 16 ноябргә тиклем быны хәл итеүҙе ҡушты. Был ҡарарҙы муниципаль райондарҙың оператив штабы ҡабул итәсәк.
Шулай уҡ 65 йәштән үткән һәм хроник сирҙәре булған категория мотлаҡ ҡурсаланыуҙа буласаҡ.
Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, урта профессиональ уҡыу йорттарында ковидтың 41 осрағы теркәлгән, вирус юғары уҡыу йорттарында ла арта.
Республика Башлығы ошо хәлгә бәйле уҡыу йорттарының артабанғы эшмәкәрлеге хаҡында саралар планы ҡабул итеүҙе йөкмәтте. Шулай уҡ ул хөкүмәт ултырыштарын, кәңәшмәләрҙе онлайн форматта үткәреү тәҡдимен индерҙе.