+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 15:24

Торлаҡ төҙөлөшөндә бишенсе урында

Башҡортостан торлаҡ майҙандарын сафҡа индереү буйынса Рәсәйҙә - бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

Башҡортостан торлаҡ майҙандарын сафҡа индереү буйынса Рәсәйҙә - бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Был турала республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев хөүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә белдерҙе.
2020 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында республика төҙөүселәре 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индергән. Былтырғы йылдар менән сағыштырғанда был 9,6 процентҡа күберәк.
2024 йылға, “Торлаҡ” милли проектына ярашлы, республикала тағы ла 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Башҡортостан “Стимул” федераль программаһында әүҙем эшләй. Уның маҡсаты юлдар, инженер селтәрҙәре һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә аҡса бүлеү иҫәбенә торлаҡ үҫешенә ярҙам итеү.
Республика Башлығы был аҙнала ҡала төҙөлөшө советының тәүге ултырышын үткәреүҙе йөкмәтте.
- Уның маҡсаты ҡалаларҙа төҙөлөштәр барышын тәртипкә һалыу һәм төҙөүселәргә ярҙам итеү. Беҙ ойошмаларға ҡаршылыҡтар тыуҙырмайбыҙ, киреһенсә, ер участкалары алыуҙа бюрократия кәртәләрен еңел үтеүгә ярҙам итәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә социаль яуаплы төҙөлөш ойошмаларына ғына ярҙам буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: