Башҡортостанда ял көндәрендә тағы бер кеше коронавирустан вафат булған. Был сирҙән үлеүселәр һаны 50 кешегә етте.
Республикала әле коронавирус йоҡтороуҙоң тағы 80 осрағы теркәлгән. Был иһә сирҙең икенсе тулҡыны башланғандан алып иң юғары күрһәткес булып иҫәпләнә.
Барлығы республикала 10247 кеше вирус йоҡторған. Әлеге көндә 827 кеше дауаланыу курстары үтә, 9370 кеше һауыҡҡан.
Билдәле булыуынса, ковидтан һаҡланыу сараларына талаптар көсәйтелде.
Республиканың бөтә транспорт сараларында мотлаҡ битлек режимы индерелде. Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы ковид-госпиталдең төҙөлөшө башланды.
Республика Башлығы, уны 50 көн эсендә, декабрь баштарына, сафҡа индерәбеҙ, тип белдерҙе.