Башҡортостанда «Инцидент-менеджмент» системаһы уңышлы эшләп килә. Октябрь аҙағына уның аша халыҡтың 120 мең мөрәжәғәте килгән һәм улар буйынса тейешле саралар күрелгән. Республика менән идара итеү үҙәге (ЦУР) ошо эште яңы кимәлгә күтәрергә тейеш. Уның майҙанында барлыҡ минстрлыҡтарҙы, дәүләт комитеттарын һәм идаралыҡтарҙы халыҡ менән бәйләнеште нығытыу йәһәтенән берләштереү күҙ уңында тотола. Йәғни һәр мөрәжәғәт ентекле анализлина, уның сәбәптәре асыҡлана, бөтөрөү саралары күрелә. Әйтәйек, берәй ауылдан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға зарланалар икән, уның сәбәбе ниҙә, йыш буламы мөрәжәғәт – барыһыла шунда уҡ автоматик рәүештә экранға сыға һәм тейешле ведомствоға йүнәлтелә.