Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар хеҙмәткәрҙәрҙе ингән урында ҡаршы ала, температураһын үлсәй, битлеге булыу-булмауын тикшерә, ҡулдарҙы даими йыуыу тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ биналарҙы ваҡытында таҙартыуҙы, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп йыйылмауын күҙәтә.
Предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһын булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
Маҡсат – коронавирустың таралыуын иҫкәртеү, коллективтарҙа эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү эшен ойоштороу.
Ковидҡа ҡаршы инспектор булыу өсөн медицина белеме талап ителмәй. «Медицина инспекторы» порталында курс үтеп, имтихан тапшырырға һәм тейешле документ алырға кәрәк.