+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 20:51

BMW һәм Mercedes, Siemens, Moncler компаниялары Башҡортостанда етештергән әйберҙәрҙе ҡуллана

Башҡортостанда экспорт өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия бирелә. Һуңғы мәлдә ярҙам күләме өс тапҡырға артҡан һәм 250 миллион һумға яҡынлашҡан. 2019 йыл аҙағына беҙҙә 911 экспортер булған. Республика етәкселәре 2024 йылға уларҙың һанын 1400-гә еткерергә һәм артабан да сеймал булмаған тауарҙарҙы сит илдәргә сығарырға ниәтләй. Бөгөн был күрһәткес дөйөм күләмдең 60 процентын тәшкил итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2020 йылдың 8 айы эсендә Башҡортостан Республикаһы 1,9 миллиард долларлыҡ тауарҙы йөҙҙән ашыу илгә экспортҡа сығарған. Быйыл беҙҙең продукция Бенин, Гана, Гондурас, Кувейт, Шри-Ланка, Мьянма, Суринам, Уругвайға сығарыла башлаған.
“Тәү сиратта был – традицион бал, нефть һәм химия сәнәғәте продукцияһы. Әммә яңылыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, Германиялағы BMW һәм Mercedes автомобилдәрен етештереүселәр беҙ Башҡортостанда етештергән техник углеродты ҡуллана. Siemens компанияһы беҙҙең республика предприятиеһы ебәргән станокта эшләй. Беҙ фэшн-индустрияла үҙ урыныбыҙҙы уңышлы яуланыҡ. Бөтә донъяға билдәле Moncler мода йорто беҙҙең Башҡортостан етештереүселәре ебәргән мамыҡ-ҡауырһынды ҡуллана. Декабрҙә “Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы”нда Өфөлә донъя кимәлендәге иҡтисадсылар менән бергә беҙҙең экспортты үҫтереү перспективаһы хаҡында фекер алышырбыҙ. Беҙҙең өсөн был өҫтөнлөклө йүнәлеш, ул етештереүҙе диверсификациялауға килтерә. Бынан тыш, был беҙҙең иҡтисад өсөн яҡшы “хәүефһеҙлек мендәре” булып тора, бигерәк тә көрсөк мәлдәрендә”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: