+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 11:10

Айға дүрт космонавт осор тип күҙаллана

Айға кеше осорор өсөн Рәсәйҙә махсус ракета ҡора башлайҙар.

Айға кеше осорор өсөн Рәсәйҙә махсус ракета ҡора башлайҙар.
"Роскосмоса" үҙенең сайтында Айға осоу һәм кире ҡайтыу йыһан комплексын проектлау тураһында дәүләт заказы урынлаштырған. Документҡа ярашлы, ракетаның экипажы дүрт кешенән торорға һәм уларҙың сәйәхәте 14 көндән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Проектты ғәмәлләштереү өсөн 2020-2021 йылдарҙа 1,5 млрд һум аҡса тотоноу ҡарала.
Айға йыһан сәйәхәте ойоштороу проекты тураһында указға Президент Владимир Путин 2018 йылда ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы. Ракетаның тәүге старты 2028 йылға планлаштырыла.
Вице-премьер Юрий Борисов һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, Айға осорлоҡ ауыр класлы ракета программаһына сығымдар 1 – 1,7 триллион һумға барып баҫасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: