+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 17:44

Республика Башлығы яңы төҙөлөш объектында булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы клиника-диагностикалау инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙансығындағы эштәр барышы менән танышты.Билдәле булыуынса, 312 кешегә иҫәпләнгән дауахананың дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр. Унда ябай блоктар, реанимация палаталары, бала табыу һәм балалар бүлексәләре, хирургия корпусы, баклаборатория, томография бүлеге урынлашасаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы клиника-диагностикалау инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙансығындағы эштәр барышы менән танышты.
Билдәле булыуынса, 312 кешегә иҫәпләнгән дауахананың дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр. Унда ябай блоктар, реанимация палаталары, бала табыу һәм балалар бүлексәләре, хирургия корпусы, баклаборатория, томография бүлеге урынлашасаҡ.
Дауахана эргәһендә вертолет төшөрөү өсөн санавиация майҙансығы ҡаралған.
Төҙөүселәр 8 корпустың нигеҙен һәм санавиация майҙансығын эшләгән, тәүге корпустың тимер конструкцияларын ҡалҡыта башлаған. Төҙөлөшкә барлығы 150 кеше, 64 берәмек техника йәлеп ителгән, 486 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдарына заказ бирелгән. Госпиталде заманса медицина аппараттары менән тәьмин итеүгә 795 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
Республика Башлығы яңы дауаханаға медицина персоналдарын әҙерләүгә әһәмиәт бирергә саҡырҙы. Госпиталде декабрь баштарына төҙөп бөтөү ҡаралған, ул 5 декабрь тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә тейеш.
-Беҙ төрлө осраҡтарға әҙерләнәбеҙ. Белгестәрҙең фараздары буйынса, коронавирус бер аҙ артҡа сигенеүе ихтимал. Ул сағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп тармаҡлы яңы дауахана ҡалҡып сығасаҡ, - ти Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: