0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 18:05

Битлек режимын һаҡлау талап ителә

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус сире таралыуға бәйле "Юғары әҙерлек" хакындағы Указға тағы үҙгәрештәр индерҙе.Документтың яны редакцияһына ярашлы, йәмәғәт транспортында йөрөгән бөтә пассажирҙар ҙа мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары ҡулланырға һәм социаль дистанция һаҡларға тейеш.

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус сире таралыуға бәйле "Юғары әҙерлек" хакындағы Указға тағы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яны редакцияһына ярашлы, йәмәғәт транспортында йөрөгән бөтә пассажирҙар ҙа мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары ҡулланырға һәм социаль дистанция һаҡларға тейеш.
Ошо көндәрҙә тейешле органдар Өфөлә битлек режимын һаҡлауға рейд үткәрҙе. Тикшереү йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәрендә лә үткәрелде. Пассажирҙар ғына түгел, водителдәр ҙә тикшерелде. Битлек режимын ҡәтғи боҙоусыларға административ протоколдар төҙөлде. Указға ярашлы, режимды ҡабат-ҡабат боҙоусыларға етди штрафтар ҡаралған. Унын иң ҙур күләме 200 мең һумға барып баҫа.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: