-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:30

Юлдарҙы яҡтыртырға, күберәк камералар ҡуйырға...

Республикала йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары арта. Юлдарҙағы хәүефле был күренеш үҫеше быйыл 22 процент тәшкил иткән.

Республикала йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары арта. Юлдарҙағы хәүефле был күренеш үҫеше быйыл 22 процент тәшкил иткән.
Был турала кисә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үткәрелгән ведомство-ара кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Абдрахимов белдерҙе.
Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәренең береһе булып юлдарҙың насар яҡтыртылыуы тора, шуға юлдарҙы яҡтыртыу программаһын эшләү зарурлығы бар, тине вице-премьер. Әле Өфө – Ырымбур трассаһында был эштәр башланған да.
Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһының Башҡортостан буйынса Идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында республика юлдарында 2805 авария булған. Был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 173 осраҡҡа кәмерәк. Уларҙа 3465 кеше йәрәхәтләнгән, 325 кешегә кәмерәк. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – транспорт саралары бәрелеше (45,2 процент), йәйәүлеләрҙе тапау (24,5 процент) һәм машиналар ауыуы (7,7 процент).
Республиканың 26 ҡала һәм районында аварияларҙа һәләк булғандар һаны артҡан. Мәҫәлән, Өфө – Инйәр – Белорет юлында 19 кешенең ғүмере ҡыйылған булған. Әле был юлға яңы камералар ҡуйыу урындары билдәләнгән. Ғөмүмән, йыл аҙағына тиклем республика юлдарына, әле булған 1001 камераға өҫтәп, тағы 200 шундай ҡоролма ҡуйыласаҡ. 2021 йылда йәнә 300 камера юл хәүефһеҙлеген контролгә алыр, тип көтөлә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: