Халыҡ социаль селтәрҙә терегөмөшлө градусниктарҙың, вирусҡа һәм ковидҡа ҡаршы препараттарҙың булмауына зарла. Хәл ниҙән килеп тыуған һуң?
“Башинформ” агентлығына “Башфармация”ның генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина бына нисек аңлата быны.
Етәксе белдереүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттар, антибиотиктар, витаминдар дәүләт дарыуханаларында етерлек. Кешеләр дарыуҙарҙы күпләп запасҡа ала икән. Шуға ҡарамай тейешле ассортимент булдырылған, бының өсөн контракттар төҙөлгән. Тик дарыуҙарҙы маркировкалау менән проблема бар, препараттарҙың хәрәкәт мониторингының Рәсәй мәғлүмәт системаһында өҙөклөктәр тыуыуы һөҙөмтәһендә, ил буйынса дарыуҙар һатыу туҡталған осраҡтар булғылай, ти Әлфиә Рәхмәтуллина. Мәҫәлән, 21 октябрҙә “Честный Знак” эшләмәүе сәбәпле, кисә дарыуханалар кәрәкле дарыуҙарҙы ала алмаған. “Был бөтә препараттарға ла ҡағыла. Йә маркировка аныҡ түгел, йә кодты ҡул менән индерергә тура килә. Былар эш барышын тотҡарлай”, - тип хәлгә аныҡлыҡ индерә етәксе.
“Коронавир” препаратын һатыу әлегә туҡтатылған. 12-15 мең һум торған дарыуҙың хаҡы түбәнәйтелеүе сәбәпле, уны яңынан теркәйәсәктәр. Яҡын арала мәсьәлә хәл ителәсәк.
Градусниктарҙың һатыуҙа булмауына ҡағылып, Әлфиә Рәхмәтуллина, электрон термометрҙар дарыуханаларҙа етерлек кимәлдә, тип белдерҙе. Терегөмөшлө градусниктар оҙаҡламай бөтөнләй булмаясаҡ, сөнки халыҡ-ара конвенция уны етештереүҙе тыйған икән.