+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 14:31

Йәш һөнәрмәндәр алда бара

Сентябрь-октябрҙә “Инженер идеялары осошо” III Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Унда ил буйынса меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Өфөнән ҡатнашыусылар финалға сыҡты. #миллипроект#нацпроект #нацпроектыБашкортостан

Сентябрь-октябрҙә “Инженер идеялары осошо” III Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Унда ил буйынса меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Өфөнән ҡатнашыусылар финалға сыҡты.
#миллипроект#нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Конкурсты “Кванториум” балалар технопарктары селтәре ойошторған. Ул 2015 йылда Стратегик башланғыстар агентлығының Күҙәтеү советы инициативаһы менән асылған.
Бәйгелә ҡушыу буйынса, балаларға бесәй өсөн бер нисә функцияһы булған “йорт” эшләргә кәрәк була. Уның конструкцияһы модулле, дизайны заманса булыуы ҡарала, ҡала фатирында ҡулланыу өсөн уңайлы булырға тейеш.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йәш прототипистар араһынан ике Өфө командаһы 2-се һәм 12-се урындарҙы алған һәм конкурстың финалына үткән. 5 – 8 класс уҡыусыларынан торған командаларға Кира Филиппова менән Елизавета Молодцова, Кирилл Целищев менән Арина Якубовская ингән. Улар “Футурика” йәштәр инновацион ижады үҙәгендә шөғөлләнә. Үҙәк “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда (Тыныслыҡ урамы, 14-се һанлы йорт) эшләй.
Йәштәр инновацион ижады үҙәге проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған.
Фото БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: