Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 73 ауырыуҙа раҫланған. 22 октябргә ҡарата был сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны ун меңдән артты – 10 019 булып китте.
Әле дауаханаларҙа 179 сырхау COVID-19-ға ҡаршы көрәшә, шуларҙың ун беренең хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 730.
Тәүлек эсендә 167 яҡташыбыҙ, шәфҡәтһеҙ ауырыуҙы еңеп, дауахананан сыҡҡан. Республикала унан һауығыусылар бөтәһе – 9 062.
COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 48.
Кисәле-бөгөнлө үпкәләре ялҡынһынған 232 ауырыу асыҡланған, 227 кеше унан һауыҡҡан.