+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 15:14

Сығымдарҙы ҡаплау 215 миллион һумға еткән

2020 йылда Башҡортостанда экспорт менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың сығымдарын субсидия менән ҡаплау 215 миллион һумға еткән. Ярҙам Рәсәй экспорт үҙәге эшләгән “Төбәк экспорт стандарты 2.0” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов РФ субъекттары менән экспорт стандартын индереүгә арналған кәңәшмә барышында хәбәр итте. #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан

2020 йылда Башҡортостанда экспорт менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың сығымдарын субсидия менән ҡаплау 215 миллион һумға еткән. Ярҙам Рәсәй экспорт үҙәге эшләгән “Төбәк экспорт стандарты 2.0” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов РФ субъекттары менән экспорт стандартын индереүгә арналған кәңәшмә барышында хәбәр итте.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан Республикаһы йыл һайын экспорт күләмен арттыра. Беҙҙең бурыс – көслө партнерҙар һәм инвестициялар йәлеп итеү, был республиканы бөтә донъяла танытасаҡ. Экспортерҙар өсөн дәүләт ярҙамының төп сараларының береһе булып транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия биреү тора. 2019 йылдан алып уның менән 40-тан ашыу компания ҡулланды. 40 миллион һумлыҡ сығымды ҡаплау предприятиеларҙың 1,2 миллиард һумлыҡ экспортына ярҙам булды һәм экспорт географияһын 13 илгә тиклем киңәйтергә мөмкинлек бирҙе”, – тине Рөстәм Моратов.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле Башҡортостан Республикаһының контрагент илдәренең тәүге тиҫтәһенә Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Мальта, Финляндия, Нидерландтар, Германия, Һиндостан, Үзбәкстан инә. 2020 йылдың ғинуарынан алып авгусына тиклем экспорт күләме 1,9235 миллиард һум тәшкил иткән.
Экспорт буйынса саралар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Фото БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: