+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 13:20

Шайморатов һәйкәленә конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыласаҡ.
Асыҡ конкурста профессиональ скульпторҙар, шулай уҡ автор коллективтары ҡатнаша ала. Улар һәйкәлде урындағы композицияға яраҡлаштырыу өсөн архитекторҙарҙы ла йәлеп итергә тейеш.
Конкурс бер турҙа үтә. Ҡатнашыусылар һәйкәлдең 40 сантиметрҙан ҙур булмаған өс үлсәмле проект моделен тәҡдим итә. Шулай уҡ график эскизы һыҙыла, ижади эштең идеяһы, ниндәй материал ҡулланғанлығы аңлатып яҙыла, сығымдар сметаһы күрһәтелә.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 20 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Ғаризазаларҙы “Торатау” конгресс-холында (Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди урамы, 2) директорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем тапшырырға була.
Бәйләнеш өсөн телефон – (347) 276 55 00, Гөлдәр Илһам ҡыҙы Сабитоваға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Конкурс тураһында положение менән ошонда танышырға мөмкин: file:///C:/Users/User/Downloads/положение.о%20конкурсе%20по%20памятнику%20Шаймуратову%2021102020%20(1).pdf.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: