+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 11:10

Ковид инфекцияһына ҡаршы инспекторҙар эш башланы.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, бөтә предприятие һәм ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр араһынан медицина инспекторҙарын билдәләнергә тейеш. Был эш республикала башланды ла инде.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, бөтә предприятие һәм ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр араһынан медицина инспекторҙарын билдәләнергә тейеш. Был эш республикала башланды ла инде.
Инспекторға эш урындарында санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә.
Уларға махсус медицина белеменә эйә булыу мотлаҡ түгел. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшмәкәрлегенең маҡсаты булып коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү, коллективта эпидемияға ҡаршы бар сараларҙы теүәл үтәүҙе ойоштороуҙы тәьмин итеү тора.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: