Коронавирус инфекцияһына шик тыуһа һәм COVID-19 раҫланһа, ни эшләргә? Был турала “Башинформ” агентлығына республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов һөйләне.
Коронавирус билдәләре киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарҙыҡына бик оҡшаш:
– сөскөрөү, йүткереү, танау тоноу,
– мускулдар, күкрәк ауыртыу,
– баш ауыртыуы, хәлһеҙлек,
– уҡшыу, ҡоҫоу, эс китеү булыуы мөмкин.
Әгәр коронавирус йоҡторған кеше менән аралашһағыҙ,
сир таралған илдән ҡайтһағыҙ,
температурағыҙ юғары булһа,
йүткерһәгеҙ һәм тынығыҙ ҡыҫылһа, өйҙә ҡалығыҙ һәм табип саҡыртығыҙ.
Кеше ауырып китеп, үҙендә нимә икәнен аңлай алмаһа, медицина ярҙамы алыу һәм хәлен асыҡлау өсөн шунда уҡ өйгә табип саҡыртырға кәрәк.
Өйгә килгән медицина хеҙмәткәре тейешле клиник тикшереү үткәрәсәк: температураны, йөрәк тибеше йышлығын, ҡан баҫымын үлсәйәсәк, пульсоксиметр ярҙамында һулыш етеүен-етмәүен асыҡлаясаҡ. Шуларҙан сығып, ул артабанғы тикшереүҙәрҙе билдәләйәсәк (кәмендә – ҡандың дөйөм анализын тапшырыуға йүнәлтмә бирәсәк, хәл ҡатмарлы булғанда КТ-тикшереү тәғәйенләйәсәк).
Сир ҡатмарлы үткәндә – температура оҙаҡ ваҡыт 38,5 градус торғанда, тын ҡыҫылғанда, ҡанда кислород кимәле 90-92 проценттан түбән булғанда медицина хеҙмәткәре өҫтәмә биохимия анализы, КТ йәки рентгенография билдәләй.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡта, госпитализация мотлаҡ һаналмай. Сир еңел уҙғанда, пациент өйҙә участка табибы күҙәтеүе аҫтында дауалана ала.
Әгәр сир уртаса ауырлыҡта йәки ауыр үтә икән, терапевт тиҙ медицина ярҙамы бригадаһын саҡыра. Хәле ҡапыл насарайып киткәндә, тиҙ ярҙамды ауырыу үҙе саҡыра. Медиктар уны йоғошло сирҙәр стационарҙарының береһенә алып барасаҡ.
COVID-19-ҙы профилактикалау
Социаль дистанцияны һәм битлек режимын күҙәтегеҙ!
Ҡулығыҙҙы йыуып һәм эшкәртеп йөрөгөҙ!
Битегеҙгә ҡул менән ҡағылмағыҙ!
Халыҡ күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ!
Сәйәхәттәрҙе кисектереп тороғоҙ!
КТ һәм рентген-тикшереүҙәр хаҡында
Пневмонияны ике ысул менән диагностикаларға мөмкин: КТ һәм рентгенография менән. Икеһе лә һөҙөмтәле. Сир ауырыраҡ кимәлдә саҡта, аныҡлауҙар талап ителгәндә, КТ үткәрелә. Шулай уҡ рентгенография ла – ҡулай, киң файҙаланылыусы, һөҙөмтәле тикшереү алымы. Компьютер томографияһының дарыу түгеллеген, нурланыуҙың һаулыҡҡа зыян килтереүен иҫтә тоторға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, тәүге биш-алты көндә үпкә зарарланыуы унда күренмәй. Һәм температура уртаса һәм юғары күтәрелгәндең тәүге мәлендә үк КТ-ға барырға түгел. Тикшереү шәхси күрһәткестәр буйынса уҙғарыла. Ул туралағы ҡарарҙы дауалаусы табип ҡабул итә, тап ул компьютер томографияһы кабинетына йүнәлтмә бирә. Ауырыу йәки уның туғандары шул мәлдә КТ кәрәкме-юҡмы икәнлеген дөрөҫ баһалай алыуҙары икеле.
КТ үтеү өсөн нигеҙ булып түбәндәге билдәләр торорға мөмкин: биш көндән ашыу температураның 38 градустан юғары булыуы, киҫкен тын ҡыҫыла башлауы, һауа етмәгән һымаҡ тойолоуы, күкрәк тәңгәле ауыртыуы, сатурацияның 92-90 проценттан түбән төшөүе.
Пульсоксиметрия тураһында
Ул – һулыш етмәүен билдәләү өсөн мөһим тикшереү. Пульсоксиметр менән, ғәҙәттә, табиптар ҡуллана. Ләкин башҡа кешеләр ҙә сатурация кимәлен тикшереп тора алһа, насар булмаҫ ине. 97-99 күрһәткесе – норма. 95-тән түбән икән, ауырыуҙың хәлен күҙәтергә кәрәк. 92-90-дан төшөп китһә, поликлиниканан табип саҡыртыу зарур. Шуны әйтеү мөһим: һәр осраҡ айырым тикшерелә, сир билдәләрен берләштереп ҡарарға кәрәк
Контактлы, йәғни температура тәнгә ҡуйып үлсәнә торған градусниктар ышаныслыраҡ. Кеше тышҡы һалҡындан ингәндә контактһыҙ градусниктар температураны кәмерәк күрһәтеүе ихтимал. Киреһенсә, шәп-шәп атлап тирләп килеп ингәндә, бындай градусник тән ҡыҙыулығын юғарыраҡ итеп күрһәтеүе мөмкин.
COVID-диссиденттар тураһында
Әле коронавирус булыуына ышанмаған, йәки уны кемдер уйлап сығарған, тиеүселәрҙең ҡалыуы икеле. Әммә ундайҙар шулай ҙа бар икән, уларға сирҙең ниндәй икәнен һөйләргә түгел, ә кеше организмына вирустың нисек йоғонто яһауын күрһәтергә кәрәк.
Хәҙер поликлиникаларға тиҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәр ныҡ артты. Әгәр ниндәйҙер сәбәп буйынса был хеҙмәттәргә шылтырата алмағанһығыҙ икән, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус инфекцияһы мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк: 8(347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (телефондар күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә эшләй).
Фото "Башинформ"дан алынды.