-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 12:13

Халыҡ-ара этнография диктанты

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр “Ҙур этнография диктанты” тигән халыҡ-ара ағартыу акцияһы үтәсәк.

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр “Ҙур этнография диктанты” тигән халыҡ-ара ағартыу акцияһы үтәсәк.
Диктант 3 ноябрҙән 8-нә тиклем берҙәм осорҙа онлайн форматта үтәсәк. Уның маҡсаты - кешеләрҙең этнография өлкәһендәге, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтар тураһындағы белем кимәлен тикшереү.
Диктантты Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе һәр кем яҙа ала. Быйылдан диктанттың рәсми сайты инглиз һәм испан телдәренә тәржемә ителәсәк. Күнекмәләр 3 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 00.01 сәғәттә ҙур этнография диктантының рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Улар текст формаһында эшләнгән һәм ике өлөштән тора. Тәүгеһендә - дөйөм федераль өлөштә - барыһы өсөн дә берҙәм 20 һорау ҡаралған, төбәк өлөшөндә һәр кем 10 һорауға яуап бирәсәк.45 минут эсендә ошо һорауҙарға яуап көтөлә. Уның һөҙөмтәләре балл йыйыу менән баһалана. Иң юғарыһы- 100 балл.
Ошо йылдар эсендә диктантты 46 илдә 1 200 000 кеше яҙған. Башҡортостанда уны мәҙәниәт министрлығы ойошторасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма аша табырға мөмкин. www.miretno.ru.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: