+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 21:33

Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар

Нефтекама ҡалаһында эшләүсе фельдшер Эльвира Йосопова икенсе дәрәжәле “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Нефтекама ҡалаһында эшләүсе фельдшер Эльвира Йосопова икенсе дәрәжәле “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән был наградаға ул коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды.
Эльвира Йосопова Бөрө медицина училищеһын тамамлағандан һуң үҙенең хеҙмәт юлын Нефтекама дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлегендә башлай.
Фельдшер пандемияның башынан алып ашығыс медицина ярҙамының махсус бригадаһында хеҙмәт итә.
Медицина белгесе “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы отличнигы” тигән исемде йөрөтә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: