Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө советын төҙөү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ул төбәк биләмәләрендә ҡала төҙөлөшө, архитектура һәм инвестиция эшмәкәрлеген алып барыу өсөн даими эшләгән коллегиаль орган буласаҡ. Советтың маҡсаты - Башҡортостанда берҙәм ҡала сәйәсәтен тормошҡа ашырыу.
Документҡа ярашлы, совет ҡала төҙөлөшө ҡарарҙарын баһалаясаҡ, уның архитектура һәм үҫешен камиллаштырыуға, тарихи, мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлауға, шулай уҡ архитектура өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштарҙы файҙаланыу, экологик таҙа технологияларҙы ҡулланыу буйынса ла тәҡдимдәр индерә аласаҡ.
Ҡала төҙөлөшө советының ултырышын кварталға бер тапҡыр йыйыу күҙаллана. Уның рәйесе Республика Башлығы буласаҡ.
-Совет был өлкәләге республика һәм муниципаль властарҙың эшлекле хеҙмәттәшлеген тәьмин итәсәк. Ҡала төҙөлөшө советының ҡарарынан тыш республикала бер төҙөлөшкә лә рөхсәт бирелмәйәсәк. Ундай тәжрибә башҡа төбәктәрҙә бар. Төҙөлөш ойошмаларына борсолорға урын юҡ, киреһенсә, совет уларға был өлкәлә ярҙам күрһәтәсәк һәм төҙөлөш өлкәһендәге хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.