Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 18:34

Ун меңгә етеп киләләр

Коронавирус аяуһыҙ һөжүмен дауам итә. Республикала уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 10 меңгә яҡынлашты.

Коронавирус аяуһыҙ һөжүмен дауам итә. Республикала уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 10 меңгә яҡынлашты – теүәлерәк әйткәндә, 9 946. COVID-19 һуңғы тәүлектә 69 ауырыуҙа асыҡланған.
Сирҙе еңелерәк үткәреүсе 848 сырхау өйөндә дауаланһа, 155-е дауаханала ята, етәүһенең хәле ауыр.
Тәүлек эсендә 140 яҡташыбыҙ дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып йәмғеһе 8 895 кеше был мәкерле ауырыуҙы еңеүгә өлгәшкән.
Кисәле-бөгөнлө 181 сырхауҙа пневмония асыҡланған.132 кеше, үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтҡан.
.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: