+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 15:01

Республикала тәүге ҡар яуыуы ихтимал

Башҡортостан транспорт министрлығы автомобиль йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырыуҙы тәҡдим итте. Башгидромет хәбәр итеүенсә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, төндә ҡырау төшөүе, юлдарҙа ҡар ятыуы ихтимал.

Водителдәргә үҙҙәренең машиналарының техник яҡтан төҙөк булыуын хәҙер ҡарап ҡуйырға кәңәш ителә. Шул иҫәптән йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырыу ҙа ҡамасауламаҫ тип белгестәр.
Юлдарға тәүге ҡар ятыу менән, ул боҙлауыҡ менән ҡапланыуы мөмкин. Был осраҡта юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, дистанция һаҡлау һәм тиҙлекте арттырмау кәңәше бирелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: