+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 16:24

Олимпиада һеҙҙе көтә, студенттар!

“Мин – һөнәрмән” студент олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшыларҙы шәп бүләктәр көтә! #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Мин – һөнәрмән” студент олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшыларҙы шәп бүләктәр көтә!
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Олимпиада “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы нигеҙендә үтә.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған олимпиадаға https://yandex.ru/profi адресы буйынса теркәлергә мөмкин.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Лина Сарбаева әйтеүенсә, “Мин – һөнәрмән” олимпиадаһында техник, гуманитар, тәбиғи фәндәр кеүек төрлө һөнәр буйынса белем алған студенттар ҡатнаша ала. Бында абстракт эрудиция түгел, һөнәри белем тикшерелә. Эштәрҙе илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары һәм эре компаниялары эксперттары әҙерләй. Еңеүселәр аҡсалата приздар менән бүләкләнә, магистратура йәки аспирантураға инеү өсөн льгота бирелә. Шулай уҡ улар эш биреүселәр күҙенә лә салынып ҡала.
Олимпиадаға бакалавриат, специалитет һәм магистратурала уҡыған студенттар саҡырыла. Унда ҡатнашыу түләүһеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: