Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты. Улар Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ғәмәлгә ашырылыуы, медицина-санитар ярҙамдың тәүге звеноһын яңыртыу һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло сирҙәр үҙәген төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Стәрлетамаҡтағы йоғошло сирҙәр госпитален 15 декабрҙә асыу планлаштырыла. Уны төҙөү өсөн нигеҙ итеп Өфө районындағы Республика йоғошло ауырыуҙар үҙәге проектын аласаҡтар, проектты файҙаланыу йәһәтенән уңайлыраҡ итеп камиллаштырасаҡтар.
Һаулыҡ һаҡлау министры Башҡортостанда яңы үҙәк төҙөү башланғысын хупланы. Радий Хәбиров Михаил Мурашконы госпиталде асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.
– Беҙҙең команданың төп бурыстарының береһе – вирусҡа ҡаршы көрәш, асылда ул – халыҡ ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәш. Һәм, әлбиттә, бында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ярҙамы бик мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.