-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 11:05

Был аҙнала ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда аномаль йылы булды, ләкин был аҙнала уҡ республикала йәшәүселәр ҡыштың яҡынлашыуын һиҙер, тип хәбәр итте Башгидромет. Атмосфера фронты Башҡортостан биләмәһенә Арктика һыуығын алып килә.
20-22 октябрҙә һауа температураһы төндә +1-ҙән,+6-нан -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +5,+10 була, көньяҡ райондарҙа +15-тән -1 градусҡа хәтлем. 22 октябргә ямғыр урынына епшек ҡар яуа башлай. 21, 22 октябрҙә төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ күренештәре булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығышында ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.
Һауа торошо үҙгәреп торған ваҡытта автомобиль йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш бирәләр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: