+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 12:55

Айыҡ тормошҡа йәшел юл

“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы биләмәләр үҙҙәренең ауылдарын төҙөкләндерә.

“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы биләмәләр үҙҙәренең ауылдарын төҙөкләндерә.
Баймаҡ районының Ишей халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының эстафетаһын ҡабул итеп алды. Был аҙым ауылдағы байтаҡ ыңғай үҙгәрештәрҙең башланғысына сәбәпсе булды.
Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында “Еңеү аллеяһы” тергеҙелгән, һәр урамда ҡоҙоҡ төҙөкләндерелгән, ә иң мөһиме ауыл урамында балалар майҙансығы төҙөлгән.
Темәс мәктәбенең Ишей филиалы мөдире Венера Ҡасҡынова әйтеүенсә, эштәрҙең күбеһе урындағы эшҡыуар Анатолий Филиндың ярҙамы менән башҡарыла.
-Ул бөтә башланғыстарҙы ла төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. Элек ауылда “Еңеү аллеяһы” була торғайны. Уны тергеҙеү өсөн беҙ 100 ағас ултырттыҡ. Уның яртыһын урмансылыҡ хужаһы Илшат Күлебаев, ауылдашыбыҙ Заһит Сәфәрғәлин алып килде. Депутатыбыҙ Рөстәм Нәбиуллин ярҙамы менән күперҙе яңырттыҡ. Урамдарҙа 6 ҡоҙоҡ ҡайтанан төҙөкләндерелде, һәр ерҙе тәртиптә, таҙалыҡта тоторға тырышабыҙ. Хатта ҡайһы бер төҙөлөштәргә аҡсаны Себер тарафтарында йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ ебәрҙе.
“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу алкоголь эсемлектәр һатҡан нөктәләр буйлап рейд уҙғарыу кеүек эштәрҙән башланған. Шулай уҡ йорттарын, ихаталарын тәртиптә тотмаған кешеләргә иҫкәрмәләр яһалған. Ундайҙар йорт яны ихаталарын тәрбиәләп, ҡоймаларын яңыртып ҡуйған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: