-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 15:12

Абхазияға ярҙамға киткән табиптар ҡайтты

Абхазияға коронавирус менән сирләүселәргә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яйға һалышырға киткән табиптарыбыҙ Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты.

Абхазияға коронавирус менән сирләүселәргә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яйға һалышырға киткән табиптарыбыҙ Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Ете белгестән торған бригада унда өс аҙнанан ашыу булды.
– Беҙ яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған ҡатмарлы ауырыуҙар менән эшләнек, – ти төркөм етәксеһе, БДМУ-ның анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире Илдар Лотфрахманов. – Абхазиялағы коллегаларыбыҙ беҙҙең тәжрибәне үҙләштергәндер, тип ышанабыҙ.
Табиптарыбыҙға алмашҡа Калинград өлкәһенән һәм Мәскәү ҡалаһынан бригада килгән.
Республикабыҙ табиптары быға тиклем Ҡырғыҙстанға, Ҡарасәй-Черкес Республикаһына һәм Амур өлкәһенә шундай уҡ ярҙам күрһәтергә барғайны.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: